4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2016 йыл, 16:31

БДИ тапшырыуға ғариза — 1 февралгә, төп дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны 1 февралгә, төп дәүләт имтиханында (туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн) ҡатнашыу өсөн 1 мартҡа тиклем бирергә кәрәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.

Быйыл мәктәпте тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа. Уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм сит ил граждандары муниципаль йәки төбәк мәғариф идаралығы органында имтихан тапшырырға теркәлергә тейеш.

2016 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусыларға ҡағылышлы үҙгәрештәр булмаясаҡ. Аттестат алыу өсөн уҡыусыға рус теленән һәм математиканан БДИ бирергә кәрәк. Былтыр икенсе дисциплина база һәм профилле кимәлдәргә бүленде.

Быйыл туғыҙынсы класты тамамлаусыларға рус теле һәм математиканан тыш, һайлау буйынса ике предметтан һынау тоторға кәрәк. Уларҙың исемлеген ғаризала күрһәтеү мөһим. Өҫтәүенә уҡыусы үҙенең ғаризаһында дүрттән ашыу предметты күрһәтергә хоҡуҡлы.