3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2016 йыл, 15:59

1 ғинуарҙан мотлаҡ пенсия страховкалауына түләү күләме артты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2016 йылда мотлаҡ пенсия страховкалауына түләүҙең билдәләнгән күләме 19 мең 356,48 һум тәшкил итәсәк. Сумманың үҙгәреүе хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләменең айына 6204 һумға тиклем артыуына бәйле. Мотлаҡ медицина страховкалауына страховка иғәнәһе 3796,85 һум тәшкил итәсәк.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, йыл дауамында иҫәпкә торған йәки иҫәптән төшкән түләүселәр өсөн страховка иғәнәһенең суммаһы эшмәкәрлек башланған айҙан календарь айҙар һанына ярашлы иҫәпләнә. Тулы булмаған ай өсөн страховка иғәнәһенең билдәләнгән күләме ошо айҙың календарь көндәре һанына ярашлы билдәләнә.

2015 йылда ғәмәлдә булған мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәләрен түләү өсөн бюджет классификацияһы кодтары бөтөрөлгән. Билдәләнгән күләмдә түләүселәр төрлө бюджет классификацияһы кодтарына 300 мең һумдан артмаған һәм 300 мең һумдан күберәк килемдән страховка иғәнәләрен түләй.

2016 йылдың 1 ғинуарынан мотлаҡ медицина страховкалауына страховка иғәнәләрен түләү өсөн яңы код индерелде.