9 декабрь, Йома

12 ғинуар 2016 йыл, 14:56

Баш ҡалала вакансиялар йәрминкәһендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эшкә урынлашырға ярҙам итәсәктәр

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 14 ғинуарҙа Өфөлә яңы йылда тәүге вакансиялар йәрминкәһе ойошторола, унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү системаһында һәм финанс өлкәһендә мәшғүл предприятиелар һәм ойошмалар дәғүәселәргә буш эш урындары тәҡдим итәсәк. Улар араһында табиптар һәм шәфҡәт туташтары, акушер, массажсы, фельдшер, санитар, администратор, страховкалау буйынса агент, ашнаҡсы, иҡтисадсы бар.

Йәрминкәгә килеүселәр хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы үтеп, һөнәри йүнәлеш, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса белгестәр менән кәңәшләшә аласаҡ, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Сараны ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойоштора. Уҙғарыу урыны: Ибраһимов бульвары, 47/1. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.