Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Via Chappa» төркөмө ағзаһы Булат Әминевтың тәүге клибының презентацияһы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

14 ғинуарҙа Өфөләге «MusicHall27» ресторанында (Киров урамы, 27) «Via Chappa» төркөмө ағзаһы һәм «Damask» яңы музыкаль проекты солисы Булат Әминевтың «Ҡар» йырына видеоклиптың презентацияһы була. Сара киске сәғәт 10-да башлана. Программала клип ҡарау һәм «Damask» йырҙарын башҡарыу, шулай уҡ «Via Chappa» төркөмөнөң сығышы ҡаралған.

Уның һүҙҙәренсә, клип «Такси» драматик фильмының (Иран) идеяһы менән һуғарылған. Фильмдағы ваҡиғалар Тегеран урамдары буйлап елгән таксиҙа бара. Режиссер Джафар Панахи төп ролде — таксисты уйнай. Автомобилдә ул төрлө кешеләрҙе — мотоциклсы һәм уның ҡатынын, һеңлеһен, күршеһен, өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы осрата.

Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн Булат Әминев үҙе яҙған. Дүрт минут 12 секундлыҡ клипты өс көн төшөргәндәр.

«Клипты ҡаланың тарихи өлөшөндә төшөрҙөк. 1996 йылда Ишембайҙан республиканың баш ҡалаһына юғары белем алырға килгән ваҡытта минең өсөн Өфө тап ошонда башланды», — тине йырсы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть