9 декабрь, Йома

12 ғинуар 2016 йыл, 13:02

Республикала төҙөкләндерелгәндән һуң Юлай шишмәһе асылды

фото: «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Салауат районы Юныс ауылы янындағы билдәле Юлай шишмәһе төҙөкләндерелде. Бында биләмәне таҙартыу буйынса бер нисә өмә ойошторолдо, улаҡ һәм ҡойма ҡуйылды, тип хәбәр итә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе. Шишмә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналин хөрмәтенә аталған.

2016 йылда районда бөтәһе 16 ауыл биләмәһендә урынлашҡан йөҙҙән ашыу шишмә төҙөкләндереләсәк. Был сараларҙы «Таҙа һыу» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе үткәрә. Әлкә ауыл советы хакимиәте башлығы Ишембай ауыл советы хакимиәте башлығына шишмә һыуы тултырылған символик көршәк тапшырҙы. Шулай итеп, «Йәшә, шишмә!» экологик акцияһы 2016 йылдың 26 сентябрендә Салауат Юлаевты иҫкә алыу көнөндә Салауат шишмәһендә тамамлана.