8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2016 йыл, 11:44

Russia.travel порталында Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре күрһәтелгән

фото: Russia.travel

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. III Халыҡ-ара туристик форум сиктәрендә илдең Russia.travel милли туристик порталы асылды. Бында Рәсәйҙең 85 төбәгенең туристик мөмкинлектәре менән танышырға мөмкин. Башҡортостандың веб-вәкиллеге — яңы порталдың мөһим өлөштәренең береһе. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат үҙәгендә хәбәр иттеләр.

Russia.travel порталы контентының нигеҙен Рәсәйҙең туристик объекттары тәшкил итә. Әлеге ваҡытта порталда уларҙың һаны 12 меңдән ашыу. Улар — иҫтәлекле, тарихи урындар, һәйкәлдәр, мәҙәни мираҫ объекттары, яңылыҡтар, ваҡиғалар, афиша, фото һәм видео.

«Портал эске һәм сит ил баҙарында илебеҙҙең туристик продукттарын күрһәтеү, туристик ил булараҡ Рәсәйҙең имиджын нығытыу өсөн мөһим ҡорал булырға тейеш», — тип билдәләне Ростуризм башлығы Олег Сафонов.

темалар: туризм