Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә көндәр бер аҙ һалҡынайта, һуңынан йәнә йылыта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда көндәр бер аҙ һалҡынайта, һуңынан йәнә йылыта. Был аҙнала республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы.

Осор башында көслө һалҡындар буласаҡ. Аҙнаның тәүге көндәрендә һауа температураһы -13, -18 градус тәшкил итәсәк, аяҙайтҡанда 23 градусҡаса һыуытасаҡ. Бер аҙ ҡар яуасаҡ. 12 ғинуарҙан 13-нә ҡарай төндә һауа температураһы -20, -25, урыны менән -30 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.

Аҙна уртаһынан төбәк биләмәһенә Рәсәйҙең көнбайышынан йылы фронт күсә. Шуға бәйле һауа температураһының күтәрелеүе, ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы -2, -7, төндә -10 градус тәшкил итәсәк, көньяҡ-көнсығышта -15 градусҡа тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть