4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 18:10

Республика Финанс министрлығы 2016 йылға эшҡыуарҙар өсөн календарь баҫтырып сығарҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Финанс министрлығы үҙенең сайтында 2016 йылға эшҡыуарҙар өсөн календарь баҫтырып сығарҙы. Унда федераль һәм республика ҡануниәтенә ярашлы предприятиелар, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм физик берәмектәр өсөн һалым, йыйым түләү ваҡыты күрһәтелгән. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 14 ғинуарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары Росприроднадзорҙың территориаль органына уҙған йыл өсөн ҡалдыҡтарҙы файҙаланыу, зарарһыҙландырыу һәм урынлаштырыу тураһында отчет бирергә тейеш.

Календарь һалым түләүселәргә бюджетҡа түләүҙәр буйынса бурыстарын үҙ ваҡытында башҡарырға ярҙам итә, тип хәбәр иттеләр ведомствола.