4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 17:40

Төбәктә көҙгө сессияла Дәүләт Йыйылышы депутаттары 60 закон ҡабул иткән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда көҙгө сессия ваҡытында республика Дәүләт Йыйылышы 84 закон проектын ҡараған, бөгөн шуларҙың алтмышы закон статусын алған. Закон сығарыу башланғыстарының яртыһынан ашыуын (55,4 процент) даими комитеттар индергән. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышының 2015 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһағанда ошо хаҡта һөйләне.

Отчет осоронда төбәк парламенты 500-гә яҡын федераль закон проектын, Дәүләт Думаһы һәм Рәсәйҙең башҡа субъекттарындағы коллегалары тәҡдим иткән башланғыстарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе ҡараған. Былтыр көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына ете закон сығарыу башланғысын индергән. Республика парламентының бишенсе саҡырылыш осоронда Дәүләт Думаһына бөтәһе 33 закон сығарыу башланғысы йүнәлтелгән.

Һөҙөмтәлә Волга буйы федераль округының төбәк парламенттары араһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы индерелгән закон проекттары һаны буйынса икенсе һәм федераль закон көсөнә эйә булған закон сығарыу башланғыстары һаны буйынса беренсе урын биләй.