10 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 17:07

«Башнефть» илдә нефть сығарыуҙы арттыра

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы илдә нефть сығарыуҙы арттыра. Былтыр компания 19,9 тонна нефть сығарған, был 2014 йылғы кимәлдән 11,9 процентҡа күберәк, тип яҙа «Ведомости» гәзите.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2015 йылда «Башнефть» Тиман-Печорала һәм Көнбайыш Себерҙәге яңы активтар һөҙөмтәһендә нефть табыуҙы арттырҙы.

Яғыулыҡ-энергетика комплексының үҙәк диспетчер идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ил буйынса нефть һәм газ конденсаты сығарыу 534 миллион тонна тәшкил иткән, был 2014 йылға ҡарата 1,4 процентҡа юғары. Был Рәсәй өсөн яңы рекорд.

Уҙған йылда «Татнефть» (+2,7 процент 27,2 миллион тоннаға тиклем), «Газпром нефть» (+2,1 процент 34,3 миллион тоннаға тиклем) һәм «Сургутнефтегаз» (+0,3 процент 61,6 миллион тоннаға тиклем) компаниялары ла нефть табыуҙы арттырған.

темалар: башнефть