Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Йырсы Әлфиә Кәримова Италия сәхнәһендә заманса Донна Анна ролендә сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, хәҙер иһә Ҡаҙағстандың «Астана-Опера» театры солисткаһы Әлфиә Кәримова Генуяның (Италия) төп опера театрында сығыш яһай. 31 ғинуарҙа, 2 һәм 6 февралдә йырсы Моцарттың «Дон Жуан» операһы премьераһында Донна Анна ролен башҡара.

Әлеге ваҡытта Әлфиә Кәримова опера өҫтөндә эшләй башлаған. «Төп партияларҙы башҡарыу ваҡыт, даими шөғөлләнеүҙе талап итә, шунһыҙ үҫеш юҡ. Моцарттың опералары бик ҡатмарлы, бында иркен тынлы, көслө тауыш кәрәк», — тип билдәләй йырсы.

«Астана-Опера» театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спектаклде Италия режиссеры Розетта Кукки ҡуя. Опералағы ваҡиғалар 1980 йылдарҙа Америкала бара. Режиссер әйтеүенсә, Дон Жуан модалы барҙа йондоҙға, ә Донна Анна уны йөрәген яулаған нәзәкәтле ханымға әүерелә.

Әлфиә Кәримова — танылған опера йырсыһы, Өфө сәнғәт академияһында профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлаған. Күп һанлы халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Башҡортостан сәхнәһендә ул байтаҡ опера партияларын башҡарҙы. 2013 йылда йырсының концерты ҙур уңыш менән үтте.

Теги: опера
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть