3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 15:50

Өфөлә «АгроКомплекс-2016» ҙур агросәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 15 марттан 18-нә тиклем Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында «АгроКомплекс-2016» XXVI агросәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола. Сирек быуат эсендә «АгроКомплекс» республиканың төп агросәнәғәт форумдарының береһенә һәм ил, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараға әүерелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«АгроКомплекс»тың күп тармаҡлы концепцияһы агросәнәғәт комплексының бөтә спектрын үҙ эсенә ала. Килеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға уңайлы булһын өсөн күргәҙмә агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәре буйынса ете тематик бүлеккә бүленгән — «Туҡланыу продукттары», «Эшкәртеү ҡорамалдары», «Ауыл хужалығы техникаһы», «Малсылыҡ», «Ветеринария», «Үҫемлекселек» һәм «500 ферма».

Эшлекле программала пленар ултырыштан һәм секция эштәренән торған агросәнәғәт форумын уҙғарыу ҡаралған, тип һөйләнеләр ведомствола. Ултырышта Рәсәй төбәктәре башлыҡтары һәм министрлыҡ вәкилдәре, Башҡортостан райондары башлыҡтары, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Секцияларҙың модераторҙары булып тармаҡ эксперттары, федераль власть органдары вәкилдәре, агросәнәғәт комплексы предприятиелары һәм ассоциациялары етәкселәре сығыш яһай.

Былтыр XXV күргәҙмәлә Рәсәйҙең 32 төбәгенән, Ҡаҙағстандан, Голландиянан, Польшанан, Германиянан һәм Ҡытайҙан 250-нән ашыу предприятие ҡатнашты. «АгроКомплекс» сиктәрендә бал йәрминкәһе һәм орлоҡ күргәҙмә-һатыу, «Тере ферма»ның эше ойошторолдо, унда һарыҡтарҙы, ҡош-ҡортто һәм ҡиммәт тиреле кейектәрҙе күрергә мөмкин ине.