Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милли йәштәр театры республика буйлап гастролгә сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Башҡортостан буйлап гастролгә сыҡты. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер Дарья Ольхова хәбәр итеүенсә, 20 һәм 21 ғинуарҙа башҡорт труппаһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә  «Аладдин» көнсығыш әкиәтен, «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһын һәм «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» спектаклен ҡуя. 22 ғинуарҙа Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда артистар «Аладдин» һәм «Аҡса булһа бер муҡса…» спектаклдәрен тәҡдим итә.

2015 йылдың ноябрендә «Аҡса булһа бер муҡса…» музыкаль комедияһының премьераһы булды. Уны Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе. Сибай һәм Баймаҡ тамашасылары өфөләрҙән һуң тәүгеләрҙән булып яңы спектаклде баһалай аласаҡ. Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов ҡуйған «Аладдин» көнсығыш әкиәте — бөтә ғаилә өсөн спектакль. Сибай тамашасылары театрҙың художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» исемле спектаклен ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть