3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 13:36

Беренсе класс уҡыусылары өсөн дәрес ваҡыты ҡыҫҡарҙы — Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылдың 2 ғинуарынан «Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡытыуҙы ойоштороуға һәм шарттар булдырыуға санитар-эпидемиологик талаптар» санитария ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Үҙгәрештәр 2015 йылдың 24 ноябрендәге Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарары менән раҫланған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Көн дауамында йөкләмәнең дөйөм күләме беренсе класс уҡыусылары өсөн дүрт дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә биш дәрестән; 2-4 класс уҡыусылары өсөн биш дәрестән һәм аҙнаһына бер тапҡыр физкультура дәресе иҫәбенә алты дәрестән; 5-7 класс уҡыусылары өсөн — 7; 8-11 класс уҡыусылары өсөн һигеҙ дәрестән артмаҫҡа тейеш, тип билдәләнә ведомствоның белдереүендә. Физкультуранан икешәр дәрес уҙғарырға мөмкин (саңғыла шыуыу, бассейнда йөҙөү).

Беренсе класс уҡыусыларын уҡытыуға талаптар үҙгәрҙе — ғинуар-майҙа көнөнә һәр береһе 40 минутлыҡ дүрт дәрес үткәрелә. Шулай уҡ үҙгәртелгән санитар ҡағиҙәләрҙә 1-11 класс уҡыусылары өсөн компьютер һәм интерактив таҡта менән эшләү ваҡыты яҙылған. Мәҫәлән, 1-2 класс уҡыусылары өсөн дәрестә компьютер менән эшләү ваҡыты 20 минут, 3-4 кластар өсөн — 25, 5-6 кластар өсөн — 30, 7-11 кластар өсөн 35 минут тәшкил итә.