10 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 11:43

Өфөлә Илфак Смаковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илфак Смаковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙа. 29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы популяр йырсының ижадын һөйөүселәрҙе «Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен» исемле концертҡа саҡыра.

Программала Илфак Смаковтың репертуарынан йырҙар яңғыраясаҡ. Концертта йырсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Асия Смакова һәм Башҡорт дәүләт филармонияһының иң яҡшы ижади көстәре ҡатнаша. Тамашаны йәш режиссер Илшат Ғәлимйәнов сәхнәләштерә.

Илфак Смаков (1940-1993) — танылған йырсы, профессор Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. 1963-1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы була, әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын алған.

темалар: хәтер, юбилей