10 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2016 йыл, 10:32

Республика парламентарийҙары Дәүләт Думаһына микрофинанс ойошмаларына талаптарҙы ҡәтғиләштереүсе закон проектын индерә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан парламентарийҙары федераль ҡануниәткә микрофинанс ойошмалары өсөн регламенттарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Ошо хаҡта Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

— Ысынында иһә ғәмәлдәге федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса закон сығарыу башланғысы парламент ҡарамағында ойошторолған микрофинанс кредит ойошмаларының эшләүен өйрәнеү буйынса эшсе төркөмдөң көҙгө сессияла алып барған эшенең аҙағы булып тора, – тине Константин Толкачев. – Бөгөн «тиҙ займдар» биреүсе контораларҙың, шулай уҡ коллекторҙар хеҙмәтенең эшләүе йәһәтенән хәлде анализлау кире күренеште күрһәтә. Бындай структуралар кешенең ауыр тормош хәлендә тороп ҡалыуынан йәки халыҡтың иҡтисади, хоҡуҡи наҙанлығынан файҙаланып, йыш ҡына бурысҡа алыусыға ҡарата тупаҫ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Микрофинанс ойошмалары бер документ нигеҙендә һәм биш минутта ғына түгел, интернет аша ла кредит бирергә әҙер.

Ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге федераль кимәлдә контролдә тотола, шуға бәйле «Микрофинанс эшмәкәрлеге һәм микрофинанс ойошмалары тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр тәҡдим итергә тигән ҡарар ҡабул ителде, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы Рәйесе. Закон 2010 йылда ҡабул ителгән, ул микрофинанс ойошмаларының эшмәкәрлеген билдәләй. Рәсәйҙең Үҙәк банкы реестрына индерелгән ойошма микрофинанс ойошмаһы статусын ала. Үҙәк банк уларҙың эшен контролдә тота.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев кредиторҙар яғынан ҡайһы бер бурыстарҙы аныҡларға кәрәк тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, судҡа тиклемге тәртиптә бурыстарҙы түләтеү менән шөғөлләнгән хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге айырым тикшереү талап итә.