Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Яңы йыл алдынан Өфө районында етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

31 декабрҙә Яңы Булгаков ауылында Өфө районындағы биш етем балаға яңы фатир асҡыстары тапшырыла. Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, әгәр былтыр өй туйлаусылар өсөн фатирҙарҙы йыһазландырыу көтөлмәгән бүләк булһа, был юлы төҙөүселәр торлаҡ майҙанын киңәйтә алды — 48 квадрат метр.

Байрам алдынан Өфө районы Дмитриевка ауылында иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәр ҙә йорт туйланы. 25 декабрҙә 19 ғаилә фатир асҡыстары алды. 2015 йылдың аҙағына тиклем Михайловка ауылында тағы өс ғаилә яңы торлаҡҡа күсә. Йорттарҙы «Жилой Квартал» компаниялар төркөмө төҙөгән.

Өфө районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2014-2015 йылдарҙа Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһы сиктәрендә 60 ғаиләгә яңы йорттарҙа уңайлы фатирҙар тәҡдим ителде. 2016-2017 йылдарҙа муниципалитет Геофизик ҡасабаһындағы иҫке торлаҡта йәшәүсе тағы 70 ғаиләне күсерергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть