7 декабрь, Шаршамбы

31 декабрь 2015 йыл, 14:22

Өфөлә икенсе «Лента» гипермаркеты асылды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Баҡалы урамы, 25 адресы буйынса икенсе «Лента» гипермаркеты асылды. Был турала Санкт-Петербург компанияһының рәсми сайтында хәбәр ителә.

Магазин тәүлек әйләнәһенә ялһыҙ эшләй. Уның дөйөм майҙаны 7 500 квадрат метр тәшкил итә, шуның 4 039 квадрат метрын сауҙа майҙаны биләй. Бында 16 меңгә яҡын тауарҙар исемлеге тәҡдим ителгән. Шулай уҡ урындағы етештереүселәрҙең дә тауарҙары бар.

Былтыр Өфөлә «Лента» тарафынан 31 гипермаркет асылды. Хәҙер Волга буйы федераль округындағы 18 ҡалала 26 гипермаркет эшләй.

темалар: гипермаркет