4 декабрь, Йәкшәмбе

31 декабрь 2015 йыл, 13:15

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты булдырылды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Указы менән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты булдырылды.

Документҡа ярашлы, яңы дәүләт комитеты граждандар һәм территориаль оборона өлкәһендә республика вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итәсәк, шулай уҡ халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү, авария-ҡотҡарыу эштәрен, янғындарҙы һүндереүҙе ойоштороу, һыу объекттарында кешеләрҙе эҙләү һәм ҡотҡарыу мәсьәләләрен хәл итәсәк.

Республика Башлығының икенсе указы менән Фәрит Риф улы Ғүмәров Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.