Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 33 градусҡаса һыуытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 33 градусҡаса һыуытасаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, һыуыҡтар төбәк биләмәһендәге антициклонға бәйле.

31 декабрҙә көндөҙ 17-22 градус һалҡын буласаҡ, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Төндә 19-24, аяҙайтҡанда 28-33 градусҡаса һыуытасаҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ.

1 ғинуарҙа көндөҙ 18-23, төндә 21-26 градус һыуыҡ. «Һалҡын температура Яңы йыл каникулдары уртаһына тиклем һаҡланасаҡ. 5 ғинуарҙа ҡар яуыуы, республиканың көньяғында еңелсә буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы 15 градусҡаса күтәреләсәк», — тип хәбәр итте Башгидрометтың матбуғат секретары Елена Орлова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть