6 декабрь, Шишәмбе

31 декабрь 2015 йыл, 11:27

Төбәктә иң яҡшы 30 мәктәп иғлан ителде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда сираттағы тапҡыр мәктәптәр рейтингы иғлан ителде. Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, исемлек төҙөгәндә төп иғтибар һуңғы өс йылда уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадалары, БДИ һөҙөмтәләренә бирелгән. Тәү сиратта педагогик коллективтың һәм мәғариф ойошмаһының эше баһалана.

Билдәләнгән мәктәптәр араһында 22 ҡала, шул иҫәптән Өфөнән 11, муниципаль райондарҙан (Ауырғазы, Дәүләкән, Дыуан, Миәкә, Өфө, Шишмә, Шаран) ете мәктәп бар. 30 мәктәптең 24-е икенсе йыл рәттән ошо исемлеккә инә.

Быйылғы рейтингта Өфөнөң 39-сы гимназияһы тәүге урында, икенселә — баш ҡаланың 153-сө лицейы, өсөнсөлә — Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһы, дүртенсе һәм бишенсе урындарҙа — Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернаты һәм 1-се гимназияһы. Алтынсыла — Өфөнөң 3-сө, етенселә — Салауаттың 1-се гимназияһы, һигеҙенсе урынды Дыуан районы Вознесенка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе биләй. Туғыҙынсы урында — Нефтекаманың 1-се лицейы, унынсыла — Өфөнөң 64-се гимназияһы.