3 декабрь, Шәмбе

31 декабрь 2015 йыл, 10:59

Башҡортостан телевидениеһында тәүге тапҡыр «Күршеләр» исемле ситуатив комедия күрһәтелә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында «Күршеләр» юмористик сериалы күрһәтелә башлай. Ярты сәғәтлек сериялар Яңы йыл каникулдарында көн һайын эфирға сыға. Һәр серия — күрше йәшәгән ике ғаиләнең айырым тарихы.

Сценарийҙы Дамир Йосопов яҙған, режиссеры — Руслан Юлтаев. Төп ролдәрҙе Физалиә һәм Илһам Рәхимовтар, Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар башҡара. Улар «Күңелле йәшәйбеҙ» юмористик программаһы, «Бәхет ҡошо», «Сируси» телесериалдары аша республика тамашасыларына яҡшы таныш. Комедияла шулай уҡ Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров һәм Гөлйемеш Мөхәмәтшина төшкән.

Яңы сериалдың авторҙары — Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең ижади командаһы. Әгәр сериал тамашасыға оҡшаһа, уның дауамы төшөрөләсәк.

темалар: телевидение