Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

2015 йылда республика энергетиктары 123 энергетика объектын ремонтлауға 54 миллион самаһы аҡса тотонған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2015 йылда Башҡортостан энергетиктары 123 энергетика объектын ремонтлауға үҙ бюджетынан 54 миллион самаһы аҡса тотонған. «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 11 производство бүлексәләренең туғыҙында 57 подстанцияның биналары һәм ҡоролмалары, 66 трансформатор подстанциялары, бүлеү пункттары ремонтланды.

Компанияның матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, башҡарылған эш һөҙөмтәһендә төбәктең күпселек райондарында ҡулланыусыларҙы энергия менән тәьмин итеү яуаплылығы артты. Энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелек буйынса күрһәткестәр яҡшырҙы, был компанияның иҡтисади күрһәткестәрендә сағылыш тапты. Капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу позитив экологик эҙемтәләргә килтерҙе.

Энергетика объекттарында подстанция ҡоймалары, фасадтар, подъезд юлдары, кабелле каналдар төҙөкләндерелгән, ишек һәм тәҙрә блоктары, ҡапҡалар алмаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть