Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй банкы 11 иҫтәлекле көмөш тәңкә сығарҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

30 декабрҙә Рәсәй банкы 11 иҫтәлекле көмөш тәңкә сығарҙы. Өс һумлыҡ: «Элистаға нигеҙ һалыныуға 150 йыл» һәм «Рәсәй символдары» серияһында тәңкәләр — «Кижи», «Коломенское кремле», «Мамаев ҡурғаны», «Байкал күле», «Петергоф», «Псков кремле», «Ростов кремле». Ошо сериялағы тәңкәләр ябай һәм төҫлө итеп эшләнгән.

25 һумлыҡ: «Рәсәйҙең архитектура ҡомартҡылары» серияһында «Мәскәү ҡалаһының Высоко-Петровский монастыре». 3 һәм 25 һумлыҡ: «Бөйөк кенәз Владимир».

«Элиста» тәңкәһе өс мең данала эшләнгән. «Рәсәй символдары» серияһында тәңкәләр: «пруф» сифатында — һәр береһе 4,5 мең дана, төҫлө тәңкәләр — 500 дана. «Высоко-Петровский монастыре» тәңкәһе мең дана тираж менән сығарылған. 3 һумлыҡ «Кенәз Владимир» тәңкәһе — 10 мең, 25 һумлығы — 1,5 мең.

Ҡулаҡса менән түләгән саҡта тәңкәләр законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть