7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2015 йыл, 16:00

Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Халыҡ фронты «Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең рәйестәштәре Эльвира Айытҡолова, Азат Фазлыев, Надежда Крылова һәм башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин менән осрашты.

– Был осрашыуҙар бик файҙалы. Үткән осрашыуҙа ла байтаҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Шуларҙың бер өлөшө хәл ителгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәсьәләләр ябай түгел. Улар, бер яҡтан, халыҡтың, йәмғиәттең мәнфәғәттәрен, икенсе яҡтан, власть структураларын эске хәүефтән яҡлауға бәйле. Эшмәкәрлегегеҙ күп яҡлы. Ул хуплауға лайыҡ.

Осрашыу барышында штабтың 2015 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендәге эште яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса эшсе төркөмө республика балалар баҡсаларына берҙәм электрон сираттың һөҙөмтәһеҙ булыуын билдәләй, сөнки был ресурс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына төҙәтмәләр индерергә мөмкинлек бирә. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, республиканың Мәғариф министрлығы быны камиллаштырырға ниәтләй.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары муниципаль милекте хужалыҡ ҡарамағына күсереүгә бәйле енәйәттәрҙе булдырмау өсөн муниципаль милек реестрының асыҡлығын күтәрергә тәҡдим итте.

– Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эш форматы төрлө субъекттарҙа төрлөсә. Былтыр бер нисә субъект төбәк етәкселәренә тәҡдимдәр әҙерләне һәм йыл буйына ошо йөкләмәләрҙе үтәү өҫтөндә эшләне. Быйыл беҙҙең өлгөгә эйәреп бөтә илдә ошо йүнәлештә эш башҡарыла, – тип хәбәр итте журналистарға  Эльвира Айытҡолова. – Бөгөн беҙ Рөстәм Зәки улына 12 тәҡдим еткерҙек.