7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2015 йыл, 15:14

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, шулай уҡ 2015 йыл өсөн Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләне. Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, хеҙмәтләндереү өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, банк һәм социаль өлкә, эшҡыуарлыҡ, юриспруденция, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 51 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары, шулай уҡ туғыҙ ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Был көн барыһы өсөн дә бик мөһим, сөнки беҙ етештереү алдынғыларын, яҡшы эшләгән, маҡсаттарына ирешкән кешеләрҙе бүләкләйбеҙ. Һеҙ ошо наградаларға лайыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙҙа намыҫлы кешеләр эшләй. Өҫтәүенә улар изгелекле, ҡунаҡсыл. Беҙ иҡтисади һәм әхлаҡи яҡтан көслө республикала йәшәүебеҙ менән бәхетле. Һис шикһеҙ, алда тағы ла еңеүҙәр, ҡаҙаныштар буласаҡ. Беҙ яңы, үҙебеҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим үрҙәргә өлгәшәсәкбеҙ.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.