10 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2015 йыл, 14:05

Баш ҡалала Башҡортостандың беренсе мәҙәниәт министры хаҡында китап баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Үлемһеҙлеккә юл: Сөләймән Сәйетбатталов» тигән китап донъя күрҙе. Баҫма күренекле дәүләт эшмәкәре Сөләймән Сәйетбатталовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала. Китапта БАССР-ҙың беренсе мәҙәниәт министрының тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бәйән ителә.

Ҡушымтала Сөләймән Сәйетбатталовтың матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, документтары һәм хаттары бирелгән. Ҡыҙы Алһыуҙың хәтирәләрендә ул үҙ  республикаһының илһөйәре, кешеләр яҡшы йәшәһен өсөн бөтә көсөн һалған эшсән булып күҙ алдына баҫа. Китаптың авторы һәм төҙөүсеһе — Алһыу Сәйетбатталова. Баҫмала ғаилә архивынан фотоһүрәттәр һәм документтар файҙаланылған. Йыйынтыҡ рус телендә баҫылған.

Китап продукцияһын «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин. Адресы: Октябрь проспекты, 2.

темалар: китап сығарыу