6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2015 йыл, 11:34

Өфөләр яңы йылдың тәүге иртәһен 2016 метрға йүгереп ҡаршы ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Яңы йылдың тәүге иртәһендә Өфөлә «Вәғәҙәләр уҙышы» үтә. Ҡатнашыусылар 2016 метрға йүгерә. Баш ҡалала уҙышты ойоштороусы Владислав Литвинчук һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә Рәсәйҙең һәм донъяның 50-гә яҡын ҡалаһы акцияға ҡушылған.

«Уҙыштың төп идеяһы — кешеләргә Яңы йылды дөрөҫ башларға ярҙам итеү. Барыһы ла «Мин йүгерәм һәм вәғәҙә бирәм» тип яҙылған номерҙар менән йүгерәсәк. Шулай итеп, беҙ уларға киләһе йылға маҡсат ҡуйырға һәм иң мөһиме — уға өлгәшеү өсөн тәүге аҙым яһарға ярҙам итәсәкбеҙ», — тип һөйләне Владислав Литвинчук.

Вәғәҙәләр уҙышы көндөҙгө сәғәт 12-лә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге эргәһендә башлана. Ярышта ҡатнашыу өсөн сараның сайтында теркәлергә кәрәк.

темалар: уҙыш