3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2015 йыл, 11:02

Дыуан районы ауылдарының береһендә ҡотороу сиренә бәйле карантин индерелде

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 24 декабрҙән Башҡортостандың Дыуан районы Йылантөп ауылы биләмәһендә ҡотороу сиренә бәйле карантин индерелде.      

Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында тейешле указ баҫылды.

Карантин биләмәһендә эт, бесәй күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу, кейек аулау тыйыла. Ветеринария идаралығына сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн махсус комиссия төҙөргә, тейешле саралар күрергә ҡушылды.

темалар: карантин