7 декабрь, Шаршамбы

30 декабрь 2015 йыл, 10:29

Төбәктә төп капиталға инвестициялар күләме 202,5 миллиард һум тәшкил иткән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙары өсөн һуңғы статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме 7,3 процентҡа артҡан һәм 202,5 миллиард һум тәшкил иткән. Төбәктең социаль үҫеше индикаторҙары ла даими бер кимәлдә. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктең иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ошо хаҡта һөйләне.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, министр ағымдағы йылдың 11 айы өсөн республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны.

«Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса үҫеш бар. Сәнәғәт етештереүендә (101,3 процент), ауыл хужалығы комплексында (104), торлаҡ төҙөлөшөндә (102,5) ыңғай динамика күҙәтелә, — тип билдәләне ведомство башлығы. — Башҡортостан иҡтисады «өҫтәмә» күҙаллау буйынса үҫеш параметрҙарына яҡынлашты. Күҙаллауҙа геосәйәси көсөргәнеште һаҡлау, донъя иҡтисады үҫешенең әкренәйеүе, нефткә хаҡтарҙың төшөүе, шулай уҡ АҠШ долларына ҡарата һумдың баһаһы кәмеүе иҫәпкә алынды. Шуға ҡарамаҫтан, ағымдағы йылда күҙаллауҙа бер ниндәй ҙә тайпылыш күҙәтелмәй».