3 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2015 йыл, 9:41

Башҡортостанда тыуып үҫкән артистар — татар эстрадаһының иң популяр йырсылары иҫәбендә

фото: Андрей Старостин һәм www.vipteatr.ru

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда тыуып үҫкән артистар — татар эстрадаһының иң популяр йырсылары иҫәбендә. Яңы йыл алдынан Ҡазандағы «Реаль ваҡыт» сайтының аналитика хеҙмәте татар эстрадаһы йондоҙҙарының шәхси корпоративтарҙа сығыш яһарға әҙер гонорар күләмен асыҡланы. Иң ҡиммәтле башҡарыусылар — Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов һәм Хәниә Фәрхи. Уларҙың барыһы ла Башҡортостанда тыуған.

Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдиновтың сығышы 400 мең һумға төшәсәк. «Реаль ваҡыт» мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡазанда йырсы 600 мең һумға сығыш яһай.

Икенсе урында — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Татарстанда артист үҙенең командаһы менән 200 мең һумға сығыш яһарға риза.

Өсөнсөлә — Рәсәйҙең, Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Хәниә Фәрхи. Ул тулы концерт программаһы, бейеү төркөмө һәм йәш йырсылар менән бергә сығыш яһай. Программаның хаҡы — 150 мең һум.