4 декабрь, Йәкшәмбе

29 декабрь 2015 йыл, 17:37

Республикала Яңы йыл байрамдарында пенсия таратыу графигы билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылдың 4 ғинуарынан Башҡортостанда 3-сө һәм 4-се көндәр өсөн пенсия таратыла башлай. 5 ғинуарҙан 10-на тиклем пенсия почтаның эш режимын иҫәпкә алып түләнәсәк. 11 ғинуарҙан пенсия ғәҙәти тәртип буйынса килтерелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Пенсия фондының Өфөнөң Октябрь районы буйынса идаралығында һәм Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ағымдағы йылдың декабрендә пенсионерҙарға графиктағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр ителде.

«Бүлексә 1 миллион 141 мең пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 46 проценттан күберәге — почта элемтәһе ойошмалары, 53 проценттан ашыуы кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә», — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.