Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәк аграрийҙары ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләрҙә 70 миллион һум самаһы табыш алған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Төбәк аграрийҙары ял көндәрендә, 26 һәм 27 декабрҙә ойошторолған йәрминкәләрҙә 68,8 миллион һум аҡса эшләгән. Өфө, Күмертау, Нефтекама, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында һәм Мәләүез районында ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, продукцияны һатыу өсөн 1799 сауҙа нөктәһе ойошторолдо. 26 декабрҙә Өфөлә — 13, 27-дә 11 майҙансыҡ эшләне. 46 райондың ауыл хужалығы етештереүселәре ит, йәшелсә, еләк-емеш, бал килтергән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 26 декабрҙә баш ҡалала Беренсе ит фестивале үтте. Унда республиканың 25 аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеһы, шулай уҡ төбәктең 38 районынан 120-нән ашыу ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Яңы йыл табынына ҡош ите (ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ), колбаса изделиелары, ит деликатестары, шулай уҡ яңы һуйылған һыйыр, йылҡы, һарыҡ, сусҡа итен һатып алды. Ауыл хужалығы етештереүселәре дөйөм суммаһы 13,5 миллион һумлыҡ 40 тоннаға яҡын ит һәм 6,7 тонна ҡош ите алып килгән. Фестивалгә 15 меңдән ашыу кеше килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть