Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләп сығарҙылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләп сығарҙылар. Башҡортостанстат баһалары буйынса, 2015 йылдың декабрендә Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡы 4769,20 һум тәшкил иткән. Был 2014 йылдың декабренә ҡарағанда 15,2 процентҡа күберәк (4139,26). Рәсәйҙә иһә яҡынса 5175 һум тәшкил итәсәк (үҫеш 12,6 процент).

Статистиктар дүрт кешенән торған ғаиләгә аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләгән. Лимондар 54 процентҡа артҡан, былтыр уларҙың хаҡы 17,10 һум булған, 2015 йылда — 26,34 һум. Яңы помидорҙар 44 процентҡа (59,52 һәм 86,20), әфлисундар 38 процентҡа (52,82 и 73,12) ҡиммәтләнгән. Картуфҡа хаҡтарҙың кәмеүе күҙәтелә (25,1 процент) — 2014 йылда бүлбеһе 11,60 һум булһа, 2015 йылда — 8,69 һум, ҡош ите (1,9 процентҡа, 128,81 һәм 123,42), кишер (1,6 процентҡа, 4,89 һәм 4,81).

Быйыл аҙыҡ-түлек йыйылмаһына бешмәгән килеш ыҫланған колбаса (2015 йылда уның хаҡы 357,33 һум тәшкил иткән), ҡаҡланған ит (242,73), бешкән колбаса (81,69), диңгеҙ деликатестары (548,20), һөмбаш балығы ыуылдырығы (596,20), һыйыр ите (403,27), аҡ май (67,16), сыр (188,96), шоколад (270,09), арыш икмәге (20,91), бойҙай икмәге (26,92), алмалар (45,76), һуттар (63,92), яңы ҡыяр (77,87), балыҡ консервалары (38,71), торттар (295,86), ҡара сәй (31,81), тауыҡ йомортҡаһы (24,75), консерваланған ҡыяр (88,94), консерваланған йәшел борсаҡ (48,28), майонез (20,54), үҙебеҙҙә етештерелгән коньяк (680,13), вино (167,82), минераль һыу (28,15), газлы эсемлектәр (30,62) ингән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть