5 декабрь, Дүшәмбе

29 декабрь 2015 йыл, 15:16

Илмар Әлмөхәмәтов Башҡорт опера һәм балет театры директоры итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илмар Әлмөхәмәтов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына етәкселек итте. Бөгөн, 29 декабрҙә, коллективты яңы етәксе менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Илмар Рәзин улы Әлмөхәмәтов 1971 йылдың 9 июнендә Ишембай ҡалаһында тыуған. 1994 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Актер оҫталығы», 2004 йылда — Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан әҙерләү академияһын «Театр режиссеры» һөнәре, 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «Менеджмент» белгеслеге буйынса тамамлаған. «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ булған.

Илмар Әлмөхәмәтов — режиссер, драматург, ҡурсаҡ театры өсөн бер нисә пьеса авторы. «Туғанлыҡ» һәм «Ҡолонсаҡ» халыҡ-ара театр фестивалдәрен, «Театраль Волга буйы» округ фестивален ойоштороусы. 2013 йылда VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары режиссеры. 2011 йылдың ғинуарынан — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы.