9 декабрь, Йома

29 декабрь 2015 йыл, 11:47

«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда аутсайдерҙы еңде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында 2015 йылдағы һуңғы уйын тамамланды. «Салауат Юлаев» Чехов ҡалаһының «Витязь» командаһын 3:0 иҫәбе менән еңде.

Шайбаларҙы Захар Арзамасцев, Максим Майоров һәм Александр Логинов (буш ҡапҡаға) индерҙе.

Киләһе уйын — 2016 йылдың 4 ғинуарында Владивостокта «Адмирал»да.

темалар: хоккей, кхл