10 декабрь, Шәмбе

29 декабрь 2015 йыл, 11:00

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы күңел тыныслығын ҡайтарырға һәм Яңы йылды дөрөҫ ҡаршыларға өйрәтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының быйылғы һуңғы һаны баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Яңы йылға яҡты теләктәре һәм тормош хаҡындағы ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән асыла. Артабан арҙаҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе, илһамлы журналист, бик күп фильмдар авторы, байтаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында баш мөхәррир булған, бөгөнгө көндә «Өфө – 2» тарихи-мәҙәни комплексы директоры Гәүһәр Батталованың тормошон, ижадын барлаған, ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәрен яҡтыртҡан мәҡәлә урын алған.

«Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаеваның «Ҡояшлы Баҡы ҡалаһына сәйәхәт» исемле мәҡәләһе иһә беҙҙе йылы яҡтарға — Азербайжандың баш ҡалаһына илтә. Автор менән боронғо ҡаланың ҡомартҡыларын барлап сығыу уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Миләүшә Годбодь «Урал ынйыһы Рәшиҙә» исемле мәҡәләһендә ХХ быуат башҡорт бейеү сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған, мәңге йәш ҡалыу серҙәрен белгән Рәшиҙә Туйсинаның ҡатмарлы ла, сағыу ҙа ғүмер юлын тасуирлай. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында Альмира Кирәеваның «Башҡорттарҙы йыйҙы баш йортобоҙ» исемле мәҡәләһенән уҡырһығыҙ. Шул уҡ материалда Үзбәкстанда йәшәгән 30 мең башҡорт исеменән ебәрелгән делегаттарҙың редакцияға ҡунаҡҡа килеп, түңәрәк табын артында йәнле әңгәмә ҡороп, сит яҡтағы тормоштары, милли үҙәктәге эшмәкәрлектәре тураһында һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәре лә урын алған.

«Мәрхәмәт» рубрикаһы ҡаты яҙмыш һынауҙарына осраған бәләкәс Уралдың яҙмышы хаҡында һөйләй. Уның йөрәгенә операция талап ителә, ярҙам итергә теләүселәр өсөн малайға аҡса йыйған ойошманың реквизиттары ла бирелә. «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһында Рәхимә Мусина тормошсан миҫалдар аша йәнде өйкәп торған үпкәләрҙән ҡотолоп, күңел тыныслығын ҡайтарырға өйрәтә, бының һаулыҡ өсөн дә мөһим булыуын дәлилләй. «Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды» рубрикаһында Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Гүзәл Ғәбитованың йәшен тиҙлегендә таралыуы менән хәүеф тыуҙырған, иммунитетҡа емергес йоғонто яһаған был ауырыуҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ниндәй медицина яңылыҡтары барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләй.

«Әҙәби балҡыш» был юлы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Апайым кейәүгә сыға» тигән хикәйәһен тәҡдим итә. Журналда шулай уҡ Әҙәбиәт йылына арналған «Әсә йөрәге» шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалған. Егерме бер ҡатнашыусының эштәре билдәләнеп, еңеүселәрҙең фотолары урын алған. Уҡыусыларҙың һорауы буйынса ярыш киләһе йылда ла дауам итәсәк. «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһында «Брависсимо» салоны туҡымаларынан дизайнер Сайма Хәсәнованың билдәле йырсылар Әлфиә Юлсурина, Екатерина Ямщикова, шулай уҡ республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтен етәкләгән Гүзәл Мәсәғүтоваға тәғәйенләп теккән киске күлдәк өлгөләре менән танышырға мөмкин.

Гөлшат Ҡунафинаның мәҡәләһе Маймыл йылын ҡаршылау үҙенсәлектәренә арналған — Яңы йыл табынына ниндәй ризыҡтар ҡуйыу хәйерле, байрамды ҡайһы төҫтәге кейемдәрҙә ҡаршылау киләһе йылды уңышлы үткәрергә булышлыҡ итәсәк, ғөмүмән, йондоҙнамә маймыл йылын нисек фаразлай. Шулай уҡ маймыл йылында тыуған билдәле шәхестәр менән әңгәмә лә уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

«Ни хәлдәһең, оло кеше?» рубрикаһында иһә ғүмере буйы Миәкә районы Сафар ауылында китапханасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зөмәрә апай Әхмәҙуллина хаҡында мәҡәлә урын алған. Баҫмала йыл дауамында барған, уҡыусыларҙы әүҙемләштереп, сәмләндереп ебәреп, ҡулдарына энә-еп алырға мәжбүр иткән ҡорамасылар бәйгеһенең һөҙөмтәләре хаҡында «Яҙмыштар ҙа, гүйә, ҡорама... » тигән материалдан уҡып белерһегеҙ. «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһында иһә был юлы Гөлшат Ҡунафина байрам табынына семәрле перәник бешерергә өйрәтә. Баҫмала шулай уҡ журналдың быйылғы йыл лауреаттары ла билдәләп үтелгән. Был һанда йыл дауамында бик күп хаттар ҡабул иткән, уларҙың байтағын журнал биттәренә лә сығарған «Ул йылдарҙың даны мәңгелек» тип аталған публицистик конкурстың еңеүселәре хаҡында яҙма урын алған.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы үҙенең тоғро уҡыусыларын етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлай һәм киләһе йылда ла бергә ҡалыуҙарын теләй.