7 декабрь, Шаршамбы

29 декабрь 2015 йыл, 9:44

Башҡортостандың парламент журналистары иң яҡшы материалдар өсөн наградалар алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 28 декабрҙә Башҡортостан журналистары — парламент темаһына иң яҡшы материал конкурсы еңеүселәре рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр алды. Наградаларҙы республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Конкурстың ойоштороу комитетына 174 эш ҡабул ителгән.

«Баҫма киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында федераль гәзит-журналдарҙың төбәк ҡушымталары араһында «Комсомольская правда-Өфө» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Станислав Шахов иң яҡшыһы тип танылды.

Республика гәзит һәм журналдары араһында «Республика Башкортостан» гәзитенән Гүзәл Нәбиева еңеүсе булды.

Ҡала, район, берләштерелгән гәзит-журналдар араһында — «Яңауыл таңдары» гәзите коллективы.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай: 20 йыл халыҡ мәнфәғәтендә» фильмының авторҙар коллективы телерадиоканалдар һәм телерадиотапшырыуҙар араһында еңеү яуланы.

«Электрон баҫмалар» номинацияһында ике призлы урынды «Башинформ» агентлығы журналистары алды. Беренсе урында — сәйәсәт бүлеге етәксеһе Ғәлиә Нәбиева, өсөнсөлә — махсус хәбәрсе Арина Рәхимҡолова.