Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Яңы йылда баш ҡалала йәмәғәт транспорты төнгө өскә тиклем йөрөйәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Яңы йылда Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө өскә тиклем йөрөйәсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының 51-се, 57-се, 69-сы, 74-се, 290-сы маршруттары, шулай уҡ электр транспортының эше 31 декабрҙә төнгө 12-гә тиклем оҙайтыла. 2016 йылдың 1 ғинуарынан улар иртәнге 8-ҙән эшләй башлай. 2 ғинуарҙан 16-на тиклем ҡаланың йәмәғәт транспорты ял көндәре расписаниеһы буйынса йөрөй.

1 ғинуарҙа төнгө сәғәт 2-лә Ленин исемендәге майҙанда Яңы йыл фейерверкы тамамланғас, түбәндәге маршруттар буйынса 10 троллейбус пассажирҙарҙы көтәсәк: Октябрь проспекты, Шәфиев, Р. Зорге урамдары, Ибраһимов бульвары, Ленин урамы; Октябрь проспекты, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, «Үҙәк» сауҙа комплексы; СССР-ҙың 50 йыллығы, Менделеев,С.Кувыкин, С. Перовская, Аврора урамдары; Тоннель, Комаров, Космонавтар, Беренсе Май, Машиналар эшләү, Вологодская урамдары; Октябрь проспекты, Тоннель, Комаров, Космонавтар, Беренсе Май, Ульяновтар, Ҡулса урамдары, 2-се депо; Октябрь проспекты, Тоннель, Комаров, Беренсе Май, Ҡулса урамдары; Тоннель, Комаров, Космонавтар, Беренсе Май, Машиналар эшләү, Вологодская, Ферин урамдары, Төхвәт Йәнәби бульвары.

Шулай уҡ дүрт трамвай йөрөйәсәк: Р.Зорге, Оло Граждандар, Минһажев, Революция, Аксаков, Свердлов урамдары, «Пушкин» туҡталышы, С.И.Зорин исемендәге депо; Р.Зорге, Оло Граждандар, Минһажев, Сун-Ят-Сен, Менделеев урамдары, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы», «С.И.Зорин исемендәге депо» туҡталыштары.  

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2015 йылдың 28 декабренән 2016 йылдың 10 ғинуарына тиклем баш ҡаланың электр транспортында ҡулаҡса менән түләгәндә юл йөрөү хаҡы 18 һум урынына 15 һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть