10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2015 йыл, 16:52

«Башнефть» менән Свердловск өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

фото: Свердловск өлкәһе хөкүмәте сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Төбәк хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 25 декабрҙә «Башнефть» менән Свердловск өлкәһе хөкүмәте биш йылға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа нефть компанияһы президенты Александр Корсик һәм төбәк губернаторы Евгений Куйвашев ҡул ҡуйҙы.

Тантанала төбәк хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары — инвестициялар һәм үҫеш министры Алексей Орлов, сәнәғәт һәм фән министры Андрей Мисюра, «Башнефть» компанияһының стратегия һәм үҫеш буйынса вице-президенты Игорь Марченко, капиталь төҙөлөш һәм матди-техник тәьмин итеү буйынса вице-президент Дмитрий Рябченко ҡатнашты.

«Килешеү «Башнефть» компанияһының өлкә менән, шул иҫәптән автозаправка станциялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлекте нығытыу юлында мөһим аҙым буласаҡ», — тип белдерҙе Евгений Куйвашев.

Килешеү шулай уҡ «Башнефть» компанияһының төбәк предприятиелары һәм ойошмалары менән фәнни-техник хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Александр Корсик һүҙҙәренсә, «бынан тыш, компания Свердловск өлкәһе биләмәһендә ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү мөмкинлеген ҡараясаҡ».

Бөгөн «Башнефть» «Уралхиммаш» акционерҙар йәмғиәте, «НПП «ПСМ-Импэкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм төбәктең башҡа сәнәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә тип билдәләнә.