Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡорт режиссерының фильмы яңы халыҡ-ара наградалар яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Литваның Вильнюс ҡалаһында «Tindirindis» XIII халыҡ-ара анимация фильмдары фестиваленә йомғаҡ яһалды. Башҡорт режиссеры, аниматор Рим Шәрәфетдиновтың «Супер 8» тип аталған эше фестивалдең дипломына лайыҡ булды. Сарала бөтә донъяла билдәле режиссерҙарҙың, шулай уҡ студенттарҙың эштәре күрһәтелде.

Шул уҡ эш Санкт-Петербургта «Мультивидение» XIII анимация сәнғәте фестивалендә юғары баһаланды. «Супер 8» кинотаҫмаһына «Тормошто ихлас яратҡан өсөн» тигән махсус номинацияла приз тапшырылды. Сарала бөтә донъянан иң яҡшы анимация тупланды. Фестивалгә Франция, Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Испания, Италия, Польша, Хорватия, Эстония, Япония, Корея, Ҡытай, Тайвань, Иран, Венесуэла, Сингапур һәм Колумбиянан 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән.

Тамашасы Рим Шәрәфетдиновтың ижады менән күптән таныш. Ошо йылдар эсендә режиссерҙың 15-кә яҡын эше тупланған, йыл һайын улар төрлө абруйлы кино фестивалдәрендә ҡатнаша һәм приздар яулай, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть