Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үтеп барған йылдың мөһим ваҡиғаларын барланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә Яҙғы эшҡыуарлыҡ аҙналығы һәм Стәрлетамаҡта Эшҡыуарҙар көнө республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ойошторолған сараларҙың иң мөһимдәре булды, тип иҫәпләйҙәр Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында. Ике майҙансыҡтың да эшендә дүрт меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашты. Улар өсөн «Стартап алышы», «галстукһыҙ» осрашыуҙар, семинарҙар кеүек ижади программалар әҙерләнде.  

«Тағы ла бер мөһим башланғыс — «Бизнес-навигатор» проектының эшләй башлауы, уның сиктәрендә меңдән ашыу коммерсант ҡатнашлығында 18 сара ойошторолдо. Маркетинг һәм интернетта бизнесты үҫтереү популяр темалар булды. Был аҙ сығым талап иткән реклама эҙләү менән аңлатыла. Проекттың эксперттары — уңышлы эшҡыуарҙар һәм дәүләт ведомстволары етәкселәре. Тәүгеләре тәжрибәләре менән уртаҡлашты, икенселәре мөһим проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәтте», — тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть