9 декабрь, Йома

28 декабрь 2015 йыл, 14:10

«Башинформ» агентлығы Өфө ҡала Советы эшен яҡтыртыу буйынса конкурста иң яҡшыһы тип танылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Башинформ» агентлығы Өфө ҡала Советы эшен яҡтыртыу буйынса конкурста «Интернет донъяһы» номинацияһында еңеү яуланы. 28 декабрҙә ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Максим Ульчевҡа награда тапшырҙы.

2015 йылдың ғинуарынан ноябрь айына тиклем уҙғарылған конкурста республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнашты. Бәйге ҡала Советы эшмәкәрлегенә киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йүнәлтеү һәм айырылып торған журналистарҙы дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Конкурс икенсе тапҡыр ойошторолдо. Тәүгеһе 2013-2014 йылдарҙың йомғаҡтары буйынса уҙҙы.

«Матбуғат һүҙе» номинацияһында «Вечерняя Уфа» гәзитенең яңылыҡтар бүлеге мөдире Ирина Нуриманшина беренсе урын алды. Икенсе урынды ошо уҡ баҫма вәкиле Марина Деева яуланы. Өсөнсөлә — «Киске Өфө» гәзитенең бүлек мөдире Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова. «Объективта — ҡала» номинацияһында беренсе урынға «Бөтә Өфө» телеканалы хәбәрсеһе Светлана Нәзирова лайыҡ булды. Икенселә — «Башинформ» агентлығы коллективы, өсөнсөлә — «Бөтә Өфө» телеканалы хәбәрсеһе Ләйсән Әкимбәтова.

Һәр номинацияла еңеүселәргә конкурстың иҫтәлекле билдәһе һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн приз 30 һәм 15 мең һум тәшкил итәсәк.