Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Волга буйы транспорт прокуроры Тимур Кебеков менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

25 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы транспорт прокуроры Тимур Кебеков менән осрашты. Төбәктең транспорт системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Үҙ-ара килешеп эшләргә кәрәк. Хеҙмәтегеҙҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, беҙҙең транспорт системаһының нисек үҫешкәнен, унда ниндәй проблемалар барлығын һәм беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Барыһы ла килеп сыҡмай, «ҡыҙыу» нөктәләрҙә хәлде төҙәтергә кәрәк. Был тәү сиратта һыу транспортына ҡағыла, сөнки унда бурыстар байтаҡ. Быйыл билдәле сәбәптәр буйынса авиация транспортының кәмеүен күрәбеҙ. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса пассажирҙар ағымы һиҙелерлек кәмене. Тимер юл транспорты буйынса тимер юл вокзалының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр бар. Тикшерәһе, эшләйһе эштәр күп әле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть