8 декабрь, Кесе йома

25 декабрь 2015 йыл, 17:58

Декабрҙә баш ҡалала ВИЧ инфекцияһы йөрөткән 45 кеше асыҡланған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Декабрҙә баш ҡалала ВИЧ инфекцияһы йөрөткән 45, республикала 159 кеше асыҡланған. Йыл башынан Башҡортостанда 2902 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, шуларҙың 1929-ы — ирҙәр (66,47 процент), 973-ө — ҡатын-ҡыҙҙар (33,53), 987 кеше үлгән. Башҡортостан Республикаһының СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә ошо һандар килтерелде.

Әлеге ваҡытта 17 179 ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, шуларҙың 9581-е —ҡалала, 5233-ө ауылда йәшәй, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында — 1802 кеше (10,4 процент), тәғәйен йәшәү урын булмаған кешеләр — 563.

Енси бәйләнеш — сир йоҡтороуҙың иң таралған юлы (61,3 процент). Икенсе урында — парентераль (37,8) һәм вертикаль юл (1,05).

Башҡортостанда 100 мең кешегә 422,1 ВИЧ-инфекциялы тура килә, Волга буйы федераль округында — 550,3, Рәсәйҙә — 482,3.