3 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2015 йыл, 17:19

Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы эстафетаны Рәсәй киноһы йылына тапшыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Туймазыла Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһы үтте һәм Рәсәй киноһы йылына старт бирелде. Сара Туймазы ҡалаһының Үҙәк балалар-үҫмерҙәр китапханаһында ойошторолдо.

Тантанала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Подоприхин, сығышы менән Туймазы районынан булған яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, шулай уҡ урындағы яҙыусылар һәм шағирҙар — «Алтын башаҡ» әҙәби берекмәһе ағзалары, китапханасылар, уҡытыусылар, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Йыйылыусылар художестволы әҫәрҙәр буйынса төшөрөлгән фильмдар тураһында видеролик ҡараны.

Сара барышында Камил Йыһаншиндың «Возвращение росомахи» тигән яңы китабының исем туйы булды.

Биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина үҙ сығышында районда уҙған йылдың мөһим ваҡиғаларын билдәләп үтте: шағир Тимер Арыҫландың тыуыуына 100 йыл, яҙыусы Эдуард Солодовниковтың 80 йәше, яҙыусы Камил Йыһаншиндың 65 йәше уңайынан әҙәби кисәләр. Туймазыла танылған яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт әһелдәре булып китте: шағир, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары Геннадий Иванов, сатирик Марсель Сәлимов, яҙыусылар Риф Мифтахов, Сабир Шәрипов, шағирҙар Радик Хәкимйән, Николай Грахов, Светлана Чураева, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, «Ағиҙел», «Бельские просторы» журналдарының баш мөхәррирҙәре Әмир Әминев һәм Юрий Горюхин. Әҙәби марафонды ойошторғанда шағирҙар Гөлнур Яҡупова, Венер Фәттәхов, Сергей Янаки, Муса Сиражи, Зөлфиә Ҡускилдина килде. Йыл дауамында районда «Асыҡ китап» марафоны уҙғарылды — ҡала һәм район китапханаларында урындағы шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолдо.

темалар: әҙәбиәт йылы