8 декабрь, Кесе йома

25 декабрь 2015 йыл, 16:39

Ҡаҙағстанда халыҡ-ара сарала «Башҡортостан тураһында ҡобайыр» яңғыраны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Күренекле башҡорт фольклорсыһы, сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева Ҡаҙағстанда «Йыр ҡанатындағы тарих» исемле ҙур концертта сығыш яһаны. Концерт «Йырау сәнғәте һәм төрки халыҡтарының эпик традициялары» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә уҙҙы. Розалиә Солтангәрәева башҡорт һәм рус телдәрендә үҙе ижад иткән «Башҡортостан тураһында ҡобайыр» башҡарҙы. Алматы дәүләт академия опера һәм балет театрында башҡорт сәсәниәһенең сығышына тамашасылар оҙаҡ алҡышланы.

«Сәсәниә Розалиә ысын илһөйәр һәм һүҙ оҫтаһы булараҡ сығыш яһаны. Ул тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа өндәне, үҙ республикаһын данланы. Уның һоҡланғыс тауышы Алматы ҡалаһы халҡын әсир итте. Уға һәм сәсәндәр мәктәбен үҫтереүгә күп көс һалыусы, традицион мәҙәниәтте әүҙемләштереүгә булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусыларҙың береһе Абзал Арыҡбаев.

Конференцияла һәм концертта Рәсәй төбәктәренән, Ҡырғыҙстан, Ҡарағалпаҡстан, Төркиә, Үзбәкстанданкилгән билдәле сәсәндәр сығыш яһаны. Конференция йомғаҡтары буйынса йырау сәнғәте, башҡарыу традициялары мәктәптәре, төрки халыҡтарының эпик йырау сәнғәте тарихы буйынса тезистар әҙерләнәсәк.