10 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2015 йыл, 15:55

Өфөлә күп балалы әсәләр миҙалдар менән бүләкләнде

фото: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 25 декабрҙә Өфөлә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 50 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.

«Беҙ 1998 йылдан алып күп балалы әсәләрҙе бүләкләйбеҙ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Бөгөнгә ете мең әсә бүләкләнгән. Һеҙҙең менән Яңы йыл алдынан осрашабыҙ. Өлкәнәйгән һайын Ҡыш бабайға һәм мөғжизәгә ышанаһың. Һеҙгә ҡарап, биш тапҡыр мөғжизә булғандыр тип әйтә алам. Хәҙер беҙҙең төп бурысыбыҙ — балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итеү».

Мәләүез ҡалаһының «Гүзәл» 15-се башҡорт балалар баҡсаһының хужалыҡ мөдире Гөлнур Миңнуллина балаларҙы, айырыуса үҙенең ҡыҙҙарын бик ярата: «Тәүгеһен, Элинаны, 20 йәшемдә таптым. Һуңынан Эльмира, Эльза, Самира һәм Альмира тыуҙы. Тормош иптәшем иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ғаиләбеҙ бик дуҫ. Әле биш бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Беҙ өс бүлмәле фатирҙы алмаштырҙыҡ — дәүләт сертификат бирҙе. Игеҙәктәребеҙ донъяға килде», — тип шатлығы менән уртаҡлашты бәхетле әсә.

«Яңы йыл алдынан һәммәһе лә бер-береһен яңы бәхет менән ҡотлай. Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар, көтөп алған бәхетегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һеҙ ошо наградаға лайыҡ!» — тип йомғаҡ яһаны осрашыуға Салауат Сәғитов.