Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Силәбелә Башҡортостан Конституцияһы көнөндә тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Силәбелә Башҡортостан Конституцияһы көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо. Уны Башҡортостандың Урал федераль округындағы вәкиле Амур Хәбибуллин үткәрҙе. Байрамда Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Вадим Евдокимов, Силәбе мэры Евгений Тефтелев, Венгрияның генераль консулы Пал Фабиан, Ингушетия Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Көрәш Аушев, Златуст мэры Вячеслав Жилин, милли район башлыҡтары Исрафил Вәлишин һәм Сибәғәтулла Әминев, Силәбе өлкәһе һәм Төмәндең башҡорт йәмәғәтселеге ҡатнашты.

Тантана сиктәрендә протокол осрашыуы булды, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, Амур Хәбибуллин байрам телмәре менән сығыш яһаны. Кисә үҙешмәкәр музыканттар башҡарыуында милли-мәҙәни программа менән дауам итте.

Амур Хәбибуллин сәләмләү һүҙендә республика һәм Урал төбәктәре араһында уртаҡлыҡтар күп булыуын билдәләне. Ул төбәктәр араһында артабанғы күп йыллыҡ һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

«Мин ысын күңелдән Башҡортостан халҡын милли байрам менән ҡотлайым. Үҙ-ара файҙалы партнерлыҡты үҫтереү, халыҡтарыбыҙ араһында эшлекле, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү йәһәтенән уңыштар теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек һеҙгә», — тине Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары.

Йыйылыусылар Башҡортостан иҡтисадын үҫтереү темптарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм республиканың ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе. Осрашыу барышында башҡорт мәҙәниәте этнографияһы күргәҙмәһе ойошторолдо, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть