3 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2015 йыл, 14:07

Рәсәйҙә Төркиә граждандарын эшкә алырға рөхсәт ителгән эш биреүселәр исемлеге раҫланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың ҡарары менән 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиә граждандарын эшкә алырға рөхсәт ителгән эш биреүселәр исемлеге раҫланды. Уға Рәсәйҙең 13 төбәгенән 53 компания ингән. Документтың тексы Министрҙар кабинеты сайтында урынлаштырылған.

Исемлектә Башҡортостан, Ҡырым, Татарстан республикаларында, Краснодар крайында, Владимир, Калуга, Мәскәү, Нижегород, Һамар һәм Төмән өлкәләрендә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ямал-Ненец автономиялы округында урынлашҡан компания һәм ойошмалар бар.

Документтағы белешмәлә билдәләнеүенсә, был ойошмалар төҙөлөш, автомобилдәр эшләү, төҙөлөш материалдары, полимер торбалар, сантехника ҡорамалдары етештереү өлкәһендә эшләй.

Ҡабул ителгән ҡарар исемлеккә ингән эш биреүселәргә киләһе йылдың 1 ғинуарынан Төркиә граждандарын эшкә йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.